Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Ғинуар 2020, 11:00

Фастфуд яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар бала таба алмай

Әсәй булырға теләүселәр фастфуд менән артыҡ мауыҡмаһын. Баҡтиһәң, уны яратыусылар балаға уҙа алмай икән.

Ғалимдар картуф-фри, гамбургер, чизбургер яратыусы гүзәл заттың араһында түлһеҙлектән интегеүселәрҙең ике тапҡыр күберәк булыуын раҫлаған. Тикшереүселәр ауырға ҡалырға теләгән 18-43 йәшлек алты мең ҡатынды күҙәткән. Уларҙың анализдарынан тыш, рационы, йәшәү рәүеше, ғәҙәттәре иғтибарға алынған. Һөҙөмтәлә, фастфудтың нәҫелде ҡоротоуы асыҡланған.

Был хаҡта “Human Reproduction” журналы хәбәр итә. Фастфуд составындағы матдәләр йомортҡа күҙәнәктәренә үтеп инә һәм уларҙың эшмәкәрлеген сафтан сығара. Был күренеш енес ағзаларының тейешенсә эшләмәүенә, организмда матдәләр алмашыныуының боҙолоуына килтерә.

Ә бына емеш-еләк яратыусыларҙың, киреһенсә. Тикшереү барышында көн дә бындай ризыҡты ашаған ханымдарҙың ни бары 4 проценты ғына балаға уҙа алмаған.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Fastfud-yarat-an-atin-i-ar-bala-taba-almay-57753/
Читайте нас: