Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Декабрь 2019, 17:16

Пихта майы — күп ауырыуға дауа

Был хуш еҫле май бик файҙалы үҙенсәлектәргә эйә. Уны даими рәүештә дөрөҫ итеп ҡулланыу бик күп ауырыуҙан арынырға ярҙам итә.

  1. Ангина. Мамыҡ тампоны, пипетка һәм энәһеҙ шприц ярҙамында таҙа майҙы ауырыуҙың баҙам биҙҙәренә һөртөргә. Көнөнә 2 – 5 тапҡыр 4 – 6 сәғәт һайын ҡабатлағыҙ.
  2. Оҙаҡҡа һуҙылған тымау. Гайморит. Көнөнә бер – ике тапҡыр танауға тамыҙырға. Әсетеп, күҙҙән йәш ҡойолоп, сөскөртөп, танауҙан һыу ҡойолоуына иғтибар итергә ярамай, 15 – 20 минуттан һуң үтә ул.
  3. Үпкә ялҡынһыныуы, бронхит. Ҡайнар һыуға өс – дүрт тамсы тамыҙып, башты таҫтамал менән ҡаплап, парын һулағыҙ. Был процедуранан һуң түшкә май һөрөтөп, йылы юрған ябынып ятырға кәрәк.
  4. Киҙеү, ОРЗ. Күкрәккә, арҡаның елкә тирәһенә, табанға 5 – 6 сәғәт һайын пихта майы һөртөп, массаж эшләгеҙ. Аҙағынан йылы ойоҡбаш кейеп, уранып ятығыҙ. Үләндәр төнәтмәһенән әҙерләнгән сәй ҙә зыян итмәҫ. Бынан тыш, һәр танау тишегенә берәр тамсы тамыҙырға мөмкин. Әгәр ҙә көслө йүтәл дә яфалаһа, тел аҫтына ла иртәле- кисле 5 – 6 тамсы май тамыҙырға була.
  5. Балалар диатезы. Бер өлөш пихта майы менән өс өлөш балалар кремын ҡушып бутарға һәм зыян күргән урындарға һөртөргә.
  6. Тиренең зарарланыуы. Пихта майы йәрәхәттәрҙе бөтәштереү өсөн дә яҡшы. Бының өсөн салфетканы майға манып алып, яраға ябырға. Янған урынға ла шулай ҡулланырға мөмкин.
  7. Пародонтоз, стоматит. Мамыҡ йәки бинттан эшләнгән тампонды майға манып, ауыртҡан тешкә йә теш ҡаҙнаһына баҫып, 15 – 20 минут тоторға. Тештең ауыртыуы баҫылмаһа, тағы 1,5 – 2 сәғәттән һуң ҡабатларға. Парадонтоз булғанда 15 – 20 тапҡыр эшләргә ҡушыла һәм дауаланыу курсын тағы ярты йылдан һуң ҡабатларға. Майҙы ипләп кенә ҡулланырға кәрәк, ауыҙығыҙҙың лайлалы ҡатламын яндырып ҡуймағыҙ.
  8. Аяҡ-ҡул һынғанда йә улар ныҡ итеп ауыртҡанда. Һөйәктәр тиҙерәк уңалһын өсөн, пихта майын көнөнә ике тапҡыр һынған һәм ауыртҡан урынға һөртөргә.
  9. Радикулит, миозит яфалағанда, тарамыштар тартылғанда, тубыҡ, табан, балтыр ауыртҡанда. Ныҡ ауыртҡан урынды бер аҙ май алып ыуырға. Аҙағынан йылы ваннала йыуынып, ауыртҡан ерен йылытыу яҡшы булыр. Дауаланыу курсын 10 – 15 көндән һуң ҡабатларға.
  10. Сиҡан, йыланҡараҡ һәм башҡа эренле тире ауырыуҙары. Өс өлөш Вишневский һәм ете өлөш пихта майын бергә ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы бинтҡа һылап, зыян күргән урынға ябырға һәм нығытып бәйләп ҡуйырға. Тәүлегенә ике-өс тапҡыр алмаштырырға.
  11. Әйткәндәй, был препаратты ауырлы ҡатындарға һәм йөрәк сирлеләргә ҡулланырға ярамай.

    Фото: В контакте.

    Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
    https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Pihta-mayi--k-p-auiriu-a-daua-55127/
    Читайте нас: