Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Декабрь 2019, 17:17

Һау булғың килһә, табаныңды ҡара

Һиндостан медиктары, аяҡ табанында кешенең бөтә органдары менән бәйле нөктәләр бар, тип иҫәпләй. Шунлыҡтан, тотош организмды сәләмәтләндереү өсөн, аяҡтарҙы яҡшылап тәрбиәләп торорға кәрәк, ти улар.

Тонусын күтәреү өсөн

Кесерткән менән һары мәтрүшкәне бер үк күләмдә алып, бутарға. Ике ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына 1 л ҡайнар һыу ҡойоп, 20 – 30 минут төнәтергә. Төнәтмәне һөҙгәс, һыулы тасҡа ҡойорға һәм аяҡтарҙы 20 минут ошо һыуға тығып ултырырға. Һуңынан таҙа һыуҙа сайҡатып, крем һөртөп ҡуйырға. Бындай ванна өсөн ромашка, бөтнөк үләне, эвкалипт төнәтмәләрен дә файҙаланырға ярай.

Талыуын баҫыу өсөн

Ике тас һыу әҙерләргә.: береһендә – һыуыҡ, икенсеһендә эҫе һыу булырға тейеш. Эҫе һыуға ромашка, йүкә сәскәһе йә кесерткән төнтмәһе өҫтәргә мөмкин. Аяҡтарҙы алмаш-тилмәш ошо һыуҙарға тығып алырға. Эҫе һыуҙа, һалҡын һыуға ҡарағанда, өс тапҡырға оҙағыраҡ тоторға. Был процедура аяҡтарҙың талыуын бөтөрөргә ярҙам итә.

Ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн

Ике-өс ус ҡарағай ылыҫына эҫе һыу ҡойоп, ике ҡалаҡ тоҙ өҫтәргә. Һыу 40 градусҡа тиклем һыуынғас, 15 – 20 минутҡа аяҡтарҙы тығырға. Һуңынан уларҙы яҡшы итеп ҡоротоп, крем һөртөргә онотмағыҙ.

Таҙартыу өсөн

3 л йылы һыуға бер ҡалаҡ диңгеҙ тоҙо һалып иретергә. Шул һыуға 15 – 20 минутҡа аяҡтарҙы тығырға һәм һуңынан таҙа һыу менән йыуып, ҡоротҡансы һөртөргә.

Тынысландырыу өсөн

38 – 40 градуслы һыу ҡойорға. Өс ҡалаҡ диңгеҙ тоҙона өс тамсы лаванда майы һәм ике тамсы ромашка майы тамыҙырға һәм һыуға ҡушырға. Аяҡтарҙы 15 – 20 минутҡа тасҡа тығып ултырырға. Һуңынан таҙа һыу менән йыуып, ҡороторға.

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/au-bul-i-kil--tabani-di-ara-55081/
Читайте нас: