Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Декабрь 2019, 13:28

Бауыр өсөн бәлзәм

Ҡабаҡ балы бауыр өсөн ысын бәлзәм булып тора.

Өҫтәүенә, аш эшкәртеү процесын яҡшырта, эсте йомшарта. Уны

һимереүҙән, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан тәҡдим итәләр. Файҙалы ҡатнашманы әҙерләү өсөн ҡабаҡтың өҫкө өлөшөн ҡырҡып, эсендәге орлоҡтарын алырға һәм тултырғансы шәкәр өҫтәп, табаҡҡа ҡуйырға. Унда ҡабығы йомшарғансы торорға тейеш. Һуңынан эсендәгеһен банкаға ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарға.

Фото: В контакте

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bauir-s-n-b-lz-m-54277/
Читайте нас: