Аспиринды аҙ миҡдарҙа даими эсеү үлем осраҡтарын 19 процентҡа кәметә, ти ғалимдар. Бигерәк тә кәүҙә ауырлығынан ыҙа сигеүселәр өсөн гастроэнтералогия һәм колоректаль шештәрен булдырмаҫҡа аспирин эсергә кәңәш итә сит ил профессорҙары. Аспирин иммунотерапияның һөҙөмтәһен арттыра, лейкемияға ҡаршы үҙаллы көрәшә, химия терапияһынан һуң тере ҡалыу шансын 15-20 процентҡа арттыра.
Әйткәндәй, оҙаҡ ваҡыт йәшәп килгән, тромбтар булдырмаҫ өсөн аспирин эсеү файҙалы, тигән фекерҙе донъя кардиологтары хәҙер инҡар итә. Аспирин эсеү арҡаһында ҡанды туҡтата алмайынса яҡты донъя менән хушлашыу осраҡтары, йөрәк патологияһынан аспирин эсмәйенсә вафат булыуға ҡарағанда, юғарыраҡ, баҡһаң.
Эрик Джейкоб исемле ғалим, аспириндың онкологияға ҡаршы механизмын былай тип аңлата. Дарыу тромбоциттар әүҙемлеген кәметә. Ә тромбоциттар, билдәле булыуынса, шештең үҫешенә файҙалы матдәләрҙе ҡанға сығара. Бынан тыш, тромбоциттар яман шеш материалдарын организм буйлап ҡыуып йөрөтә һәм метастазалар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.
Шулай уҡ нормаль кәүҙә ауырлығы, тәмәкенән баш тартыу, ҡыҙыл ит һәм ит продукттарын аҙыраҡ ҡулланыу ҙа ракты булдырмаҫҡа ярҙам итеүен онотмағыҙ.
Был яҙманы уҡығас, күпләп аспирин эсергә тотонмағыҙ, ә терапевтан һеҙгә был дарыу яраймы-юҡмы икәнлеге хаҡында кәңәш һорағыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.