Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Декабрь 2019, 12:05

Башҡортостанда йөҙҙән ашыу дауаханаға электрон сират терминалы ҡуйылған

Ул республиканың "Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм цифрлы контур булдырыу" төбәк проектына ярашлы эшләнгән.

Был программаға ярашлы, 110 дауаханаға электрон сират терминалдары ҡуйылған. 143 ҡоролма аша пациенттар табиптарға еңел яҙыла ала.

Терминалдарҙы ҡулланыу белгестәргә сират кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Һәр береһендә мотлаҡ медицина страховкаһы полисының штрих-кодын "уҡыған" махсус сканер ҡуйылған.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostanda-y--n-arti-dauahana-a-elektron-sirat-terminali-uyil-an-45850/
Читайте нас: