Һөҙөмтәлә температура күтәрелә, баш, тамаҡ, мускулдар ауырта, танау тона. Күптәр быға артыҡ иғтибар итмәй, ауырыуҙы аяҡ өҫтө генә йөрөп үткәрергә тырыша. Әммә был хәүефле, сөнки төрлө өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал.
Нимә ул өҙлөгөү?
Өҙлөгөү – ауырыуҙы ваҡытында дауалай башламағанда йәки дауалап бөтмәгәндә барлыҡҡа килгән паталогия. Кире эҙемтәләр бер нисә фактор арҡаһында барлыҡҡа килә.
ОРВИ-нан килеп тыуған өҙөлөгөүҙәр бик насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Кеше үҙе лә белмәҫтән ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Вируслы инфекциялар ниндәй өҙлөгөүҙәргә килтереүе мөмкин һуң? Уларҙы ике төркөмгә бүлергә була:
1.Респираторлы органдарҙың ауырыуҙары.
2.Эске органдар ауырыуҙары.
ОРВИ-нан һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәр ололарҙа ла, балаларҙа ла күберәк тын алыу системаһына ҡағыла. Уларға түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:
Синусит иһә ялҡынһыныуҙың ҡолаҡҡа, күҙгә һәм мейегә күсеү ҡурҡынысы менән хәүефле. Әйткәндәй, синусит булғанда тымау булмауы мөмкин, бөтә лайла танауҙың эске ҡатламдарында йыйылып, барлыҡҡа килгән тығындан тышҡа сыға алмай.
Фото: В контакте.