Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Декабрь 2019, 11:40

ОРВИ-ның башҡа органдарға эҙемтәһе

Киҫкен респиратор вируслы инфекция ныҡ аҙып киткән осраҡта эске органдарға ла зыян килтереүе ихтимал.

Иң киң таралғандары:

  1. Отит.Ялҡыныһыныу процесы ҡолаҡҡа күсә. Ауырыуҙы ҡолаҡтың йыш ауыртыуынан тиҙ асыҡларға мөмкин. Ауырыу һалҡын тейҙергәндән йә киҙеүҙән һуң ете – ун дүрт көндән һуң барлыҡҡа килә. Ҡолаҡ ныҡ итеп ауырта, ишетеү һәләте насарая, температура 37 – 38 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡолаҡта эрен йыйылыуы ихтимал.
  2. Нефрит, пиелонефрит.ОРВИ бөйөрҙәргә лә күсеүе ихтимал. Сирләгән кеше һыу эсеү режимын тотмаған осраҡта инфекция бөйөрҙәргә тарала. Юҡҡа ғына табиптар, ауырығанда күберәк һыу, сәй, компот эсергә ҡушмай икән. Был осраҡта бил тирәһендә ауыртыу барлыҡҡа килә, аяҡ-ҡулдар шешенә, йыш бәҙрәфкә йөрөтә. Иң беренсе сиратта бөйөрҙәргә ял биреп алырға кәрәк. Бының өсөн махсус үлән сәйе һатып алып эсергә, йылы ванна төшөргә. Ә инде температура күтәрелеп, бәүелдең төҫө үҙгәрһә, был пиелонефрит хаҡында һөйләй. Кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
  3. Ревматоидлы артрит.Ауырыу кешенең быуындарын зарарлай. Һөҙөмтәлә аяҡтар һәм тубыҡтар ауырта. Күпмелер ваҡыттан һуң ул аяҡ ауыртыуы ғына булып ҡалмай, йөрәкте, бөйөрҙәрҙе һәм үпкәне зарарлай башлай.
  4. Нейроинфекциялашыу. Был ауырыу айырыуса хәүефле, сөнки мейе ҡатламдарын һәм нервы туҡымаларын зарарлай. Ялҡынһыныу процесы хатта үлемгә һәм фалиж һуғыуға килтереүе ихтимал. Төп билдәләре: баш әйләнеү, туҡтауһыҙ баш ауыртыу, хәлһеҙлек, оҙаҡ ваҡыт тән температураһының 37,5 градус
    тирәһендә тороуы.
  5. Фото: В контакте.

    Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
    https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ORVI-ni-bash-a-organdar-a-e-emt-e-46889/
    Читайте нас в