Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Декабрь 2019, 14:50

Матдәләр алмашыныуын нисек көйләргә?

Был эсемлектәр матдәләр алмашыныуын көйләргә һәм организмды токсиндарҙан таҙартырға ярҙам итә.

1. Алма һәм дәрсен.

Алманы нәҙек кенә итеп ҡырҡып, өҫтөнә 500 мл таҙа һыу ҡойорға, бер балғалаҡ дәрсен онтағы өҫтәргә һәм һыуынғас, көн дауамында эсергә. Алма менән дәрсен матдәләр алмашыныуын яйға һалырға һәм аш эшкәртеү трактын таҙартырға ярҙам итә.

2. Лимон һуты менән бал.

Ике ҡалаҡ лимон һутына 200 мл йылы һыу менән бутарға, бер балғалаҡ бал, бер семтем имбирь онтағы өҫтәргә. Иртәнсәк ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға эсергә. Ул аш эшкәртеү системаһын таҙартып, тамырҙарҙы нығытырға ярҙам итә һәм организмға энергия өҫтәй.

3. Имбирҙән эсемлек.

Ҙур булмаған имбирь тамырының ҡабығын таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға һәм өҫтөнә бер литр һыу ҡойорға. Талғын утта 10 минут ҡайнатып, һөҙөп алырға. Бер аҙ һыуынғас, бер семтем дәрсен онтағы һәм бер-нисә ҡалаҡ гөлйемеш сиробы өҫтәргә. Көн дауамында ашарҙан ярты сәғәт алда 100 – 150-шәр мл эсергә.

4. Сөгөлдөр һуты.

Бер сөгөлдөр, ике алма һәм дүрт сельдерей һабағынан яңы һығылған һут әҙерләргә. Көн һайын иртәле-кисле ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә

5. Коктейль.

Бер кишер, бер лимон һәм бер әфлисундан әҙерләнгән һутҡа 100 мл минераль һыу ҡушып, коктейль әҙерләргә һәм ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Арыуҙан ныҡ ярҙам итә һәм антиоксиданттарға бай.

6. Ҡыяр менән сельдерей.

Бер ҡыярҙы һәм бер сельдерей тамырын ваҡлап, 300 мл һыу өҫтәргә һәм көн дауамында эсергә. Ашауҙан тыйылып торған көндәрҙә айырыуса файҙаһы ҙур.

Фото:В контакте.

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Matd-l-r-almashiniuin-nisek-k-yl-rg-46869/
Читайте нас: