Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Декабрь 2019, 11:25

Полиптарҙы нисек бөтөрөргә?

Халыҡ медицинаһы сөйәл үләне ярҙамында дауаланырға кәңәш итә.

Сөйәл үләне ярҙамында

Бер ҡалаҡ кипкән үҫемлек онтағына 500 мл ҡайнар һыу ҡойоп, таҫтамал менән урап, һыуытырға ҡуйырға. Һыуынғас, ваҡ тишекле иләк йә марля аша һөҙөп, көнөнә дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Бер ай эскәндән һуң, бер аҙна ял итергә һәм йәнә дауаланыу курсын дауам итергә.

Бал менән май

Эмалле кәстрүлгә 1 кг бал һәм ауыл майы һалып, талғын утта болғата-болғата 2 сәғәт ҡайнатырға. Һуңынан бер аҙ һыуынғандан һуң банкаларға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Шифалы ҡатнашманы иртәнсәк ас ҡарынға берәр ҡалаҡ ашарға.

Балан

Был емештең дә шифаһы ҙур. Полиптан дауаланыу өсөн көнөнә ярты стакан баланды 20 – 30 секунд интервал менән берәмләп ашап бөтөрөргә ҡушыла.

Фото: В контакте

Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Poliptar-i-nisek-b-t-r-rg-45196/
Читайте нас: