Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Декабрь 2019, 17:00

Башҡортостан дауаханаларына - тағы 13 "скорый"!

Республика дауаханалары паркы тағы 13 "ашығыс ярҙам" автомобиленә тулыланды тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Был машина В класына ҡарай һәм "УАЗ Профи" пикабы нигеҙендә эшләнгән. Каркаслы-панель будка эсендә махсус ҡорамал - наркоз-тын алыу ҡоролмаһы, носилка, электрокардиограф, дефибриллятор, реанимация йыйылмаһы, йылытыла торған япма бар.

Яңы машиналар Бәләбәй, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Бүздәк, Дүртөйлө райондарының үҙәк дауаханаларына, Сибай, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаларына бүленде. Ишембай үҙәк дауаханаһына ике СМП бирелгән.

Быйыл Башҡортостан "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса 24 ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү автомобиле алды.

Фото: ИА "Башинформ"

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostan-dauahanalarina-ta-i-13-skoriy-44158/
Читайте нас: