Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Декабрь 2019, 14:05

Интернет ФАПтарға килеп етте

2019 йылдан 2021 йылға тиклем "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын бойомға ашырыу даирәһендә Стәрлебаш районының фельдшер-акушерлыҡ пункттарында сүс-оптик элемтә линияһы технологияһы ярҙамында юғары тиҙлекле Интернет барлыҡҡа киләсәк. ФАПтарҙа автоматлаштырылған эш урындары булдырылып, Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына инеп буласаҡ.

Ағымдағы йылда Йәлембәт, Күндерәк, Первомайский, Буҙат, Ҡарағош, Түбәнге Аллағыуат фельдшер-акушерлыҡ пункттарында Интернет барлыҡҡа килде. Уның өҫтөнлөктәре күҙгә күренеп тора - байтаҡ процестарға аҙыраҡ ваҡыт талап ителә. Юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташыу Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһының үҙәкләштерелгән мәғлүмәттәр базаһын файҙаланырға булышлыҡ итәсәк. Хәҙер фельдшер пациенттарҙы тар белгестәргә ҡабул итеүгә, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының электрон төрөн һәм рецептар яҙа, анализ һөҙөмтәләрен оператив, документтарҙы электрон төрҙә ебәрә һәм ҡабул итә ала. Пациенттар, үҙ сиратында, үҙҙәренең электрон медицина картаһы менән таныша аласаҡ. Шулай уҡ юғары тиҙлекле элемтәнең өҫтөнлөгө - ауыр осраҡтарҙа Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы табиптары менән телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлеге. Диагнозды тиҙ билдәләү һәм дауалау тәғәйенләү өсөн был консультацияларҙы пациенттар менән бергә алып барырға ла мөмкин.
Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото Интернеттан.
Читайте нас: