Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Декабрь 2019, 11:55

2020 йылда Башҡортостанда 91 яңы ФАП асыласаҡ

Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, киләһе йылда 72 авария хәлендәге фельдшер-акушер пункты яңыға алмаштырыласаҡ. Шуның 57-һе үҙәк ҡаҙнанан финанслана.

13 ФАП Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса төҙөлә башлаған. Тағы ла алты пункт "Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше" федераль маҡсатлы программаны ғәмәлгә ашырыуға ярашлы һалына.

БР Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ФАП-тар ваҡытында медицина персоналы менән тәьмин ителергә тейеш.

Республикала һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһы тураһында ла һүҙ булды. Максим Забелин әйтеүенсә, 2020 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы тарафынан 31 объектты проектлау һәм төҙөүгә биш миллиард һум һалыу ҡаралған. Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәген, кардиология үҙәгенең хирургия корпусын төҙөүҙе финанслауға федералдь аҡсаларҙы йәлеп итеү буйынса РФ Хөкүмәте ағзалары менән һөйләшергә иҫәп тотола.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса быйыл Башҡортостандың медицина учреждениеларына 6 707 берәмек ҡорамал, шул иҫәптән 14 УЗИ, 12 рентген аппараты, һигеҙ томограф, ике КТ/МРТ ҡорамалы алынған.

Фото:bash.news.ru

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2020-yilda-Bash-ortostanda-91-ya-i-FAP-asilasa-42037/
Читайте нас: