Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Декабрь 2019, 19:20

Ҡалҡан биҙен дауалау

Иң беренсе сиратта дөрөҫ туҡланыу мөһим. Кальций тоҙҙары сығанағы булараҡ, һөт аҙыҡтары бик файҙалы. Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһын ҡуҙғытыусы һөттө, ҡәһүәне, тәмләткестәр ҡулланыуҙы кәметергә кәрәк.

- Бер стакан ҡарабойҙай балына бер стакан онталған әстерхан сәтләүеге һәм бер стакан ваҡланған ҡарабойҙай ярмаһы ҡушып бутарға. 2 – 3 ҡалаҡ шифалы дарыуҙы аҙнаһына бер тапҡыр сәйгә йә һыуға ҡушып ашарға. Яҡшы итеп ябылған быяла банкала һаҡларға.

- Боғаҡты (зоб) дауалауҙа ат ҡуҙ­ғалағынан әҙерләнгән төнәт­мәнең файҙаһы ҙур. Ныҡ итеп ваҡланған өс ат ҡуҙғалағы тамырына 0,5 л араҡы ҡойоп, ҡараңғы урында бер аҙна төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Йоҡлар алдынан ҡалҡан биҙе тирәһенә йодтан селтәр эшләргә.

- 20 г ваҡланған арыҫлан ҡой­роғо үләне япрағын 100 мл 70 процентлы спиртта 10 – 12 көн төнәтергә. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр 30 – 40 тамсы эсергә.

- Бер балғалаҡ ирәүән, ике өлөш бөтнөк япрағы, бер балғалаҡ ҡомалаҡ тубырсығы онтағын бергә ҡушып бутарға. Ике ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

- Бер балғалаҡ арыҫлан ҡойроғо, бер балғалаҡ ирәүән, бер балғалаҡ фенхель емеше онтағы һәм бер балғалаҡ әнис орлоғон бергә ҡушып бутарға. Ике ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: С. ЛОТФУЛЛИНА
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/al-an-bi-en-daualau/
Читайте нас: