Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Декабрь 2019, 16:05

Ҡыш нисек ауырымаҫҡа?

Ҡыш еттеме, ауырыуҙар ҙа көсәйә. Бик һирәктәр йылдың был миҙгелен сирләмәй генә үткәрә торғандыр. Айырыуса иммунитеты насар булған ололар һәм балалар йыш ауырый. Инфекция эләктеме тамаҡ ауырта, тымау йонсота, температура күтәрелә, бронхит, астма кеүек башҡа хроник сирҙәр ҙә көсәйә башлай.

Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға һуң? Әлбиттә, иң беренсе сиратта йылы кейенеп йөрөргә кәрәк. Ололар әйтмешләй, йылы һөйәкте тишмәй. Икенсенән, профилактика сараларын күреү мөһим. Сирҙән һаҡланыу һәм ауырыуҙы дауалау буйынса түбәндә бер нисә кәңәш.
Йүтәлгә ҡаршы
  • Ҡоро йүтәлде кишер һуты баҫа. Бының өсөн 1:1 нисбәтендә кишер һуты менән шәкәр сиробын яҡшы итеп бутарға һәм йылы килеш көнөнә 5- 6 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Балаларға берәр балғалаҡ та етә.
  • Бер ҡалаҡ ҡыҙыл көртмәлене бер стакан ҡайнар һыуҙа иҙергә һәм көнөнә сәй урынына 2–3 стакан эсергә.
  • Ҡара шалҡанды турап өҫтөнә шәкәр һибергә һәм барлыҡҡа килгән һутты сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.
  • Иҙелгән һарымһаҡты бал менән бутап (1:2), талғын утта йылытырға. Килеп сыҡҡан һутты көнөнә 3–4 тапҡыр 2–3 ҡалаҡ эсергә.
  • Организмды нығытыу өсөн
    • Бер ҡалаҡ ваҡ итеп ҡырҡылған ҡурай еләге, ҡара ҡарағат ботаҡтарына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10–20 минут ҡайнатырға, 2 сәғәт төнәтергә һәм көнөнә 5–6 тапҡыр әҙләп-әҙләп уртлап эсергә.
    • Ҙур булмаған бер баш һуғанды таҙартып, ҡырғыс аша үткәрергә һәм 250 мл ҡайнар һөт ҡойоп, яҡшы итеп болғатҡандан һуң, 10 минут төнәтергә. Төнәтмәне әҙ-әҙләп эсергә.
    • Уртаса ҙурлыҡтағы берәр кишер, сөгөлдөр, гранат һәм лимондың һутын һығып алырға, бер ҡалаҡ бал һалып яҡшы итеп болғатырға һәм 30 минут һыуытҡыста тоторға. Төнәтмәне ашарҙан бер сәғәт алда 2–3 ҡалаҡ эсергә. Ул ОРВИ-нан һуң күҙәтелгән хәлһеҙлектән арынырға ярҙам итә.
    • Ангинанан
      • Бер стакан һыу һәм ярты стакан әнис онтағы алырға. Шуларҙы бергә бутап, 15 минут ҡайнатырға. Ҡуйы шыйыҡса килеп сыға. Шуны һөҙөп алырға ла, ҡалғанына тағы ярты стакандан әҙерәк һыу ҡойоп ҡайнатып сығарырға. Һөтлө ҡәһүәгә оҡшаш шыйыҡлыҡ килеп сығыр. Уттан алғас бер ҡалаҡ коньяк ҡушырға. Дарыу әҙер. Уны һәр ярты сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Ике сәғәттән тамаҡ ауыртыуы үтә башлар, йотоуы ла еңелләшер.
      • Ауырыуҙан ҡасыу өсөн тағы бер нисә кәңәш
        • Өшөргә, һалҡын алдырырға тырышмағыҙ. Аяғығыҙ еүешләнә икән, ҡайтыу менән йылытығыҙ, айырыуса табандарығыҙҙы. Бының өсөн аяҡтарҙы эҫе һыуға тығып ултырырға мөмкин, йәиһә ойоҡбаш эсенә ҡоро гәрсис һалырға, шулай уҡ табандарҙы ҡыҙҙырыусы май менән ыуырға була.
        • Профилактика өсөн күберәк гөлйемеш төнәтмәһе, лимонлы сәй эсегеҙ, һарымһаҡ менән һуған ашағыҙ.
        • Сирләй башлауығыҙҙы тойоу менән йоҡлар алдынан ҡурай еләге, лимон һәм бал ҡушып сәй эсегеҙ.
        • Төнгөлөккә бер стакан ҡайнар һөткә бал ҡушып эсеп, йылы итеп уранып ятырға мөмкин.
        • Ҡыҙыл шарап та йылынырға ярҙам итә. Айырыуса кагор килешә. Бер стакан шарапҡа 1–2 балғалаҡ шәкәр, бер-ике әфлисун йәиһә лимон киҫәге, бер-ике ҡәнәфер ҡушырға ла була.
        • Температура күтәрелеүе – организмда иң көслө һаҡлау механизмдарының береһе. Уны дарыуҙар менән төшөрөргә ашыҡмағыҙ. Тәүҙә халыҡ дауаһын ҡулланып ҡарағыҙ. Мәҫәлән, һеркәле һыуға манып алынған таҫтамалды маңлайға ҡуйырға, шул иретмә менән аяҡ-ҡулдарҙы ыуырға кәңәш итәләр. Ә инде температура 39-ға тиклем күтәрелә икән, ул саҡта мотлаҡ дарыу эсергә кәрәк.
        • Фото: Яндекс
          Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
          https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ish-nisek-auirima-a-35875/
          Читайте нас: