Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Декабрь 2019, 16:00

Быуындар ниңә шығырлай?

Аяҡтарҙы бөккәндә, сүкәйгәндә быуындарҙың шырт-шырт итеп ҡалыуы тарамыштарҙың, һеңерҙәрҙең бер-береһенә ышҡылыуынан барлыҡҡа килә.

Бала һәм үҫмер саҡта уларҙың үҫеше төрлө тиҙлектә барыуы һөҙөмтәһендә балаларҙың быуындарында еңелсә шығырлау күҙәтелә.
Өлкән йәштә иһә был тауыш олоғайған һайын тарамыштарҙың йоҡарыуынан, ныҡлығы кәмеүенән була. Бынан тыш, мускулдарға көсөргәнеш төшөү сәбәпле лә быуындар шығырлауы ихтимал.
Белгестәр был хәлгә тыныс ҡарарға кәңәш итә, сөнки тере организмда төрлө тауыш булыуы мөмкин.
Ә инде ниндәйҙер йәрәхәттән һуң бындай тауыш барлыҡҡа килһә, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Шулай уҡ быуындар шығырлауы көслө ауыртыу барлыҡҡа килтерһә лә һаҡ булырға һәм медицина тикшереүе үтергә тура киләсәк. Сөнки ул артроз-артриттың башланғыс стадияһы хаҡында тәүге сигнал булыуы ихтимал. Рентгент үтеп, диагнозды асыҡдап ҡуйыу мөһим.
Фото:Яндекс
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Biuindar-ni--shi-irlay-37269/
Читайте нас: