Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Декабрь 2019, 16:30

Мәктәптәрҙә стоматология бүлмәләре булдырыласаҡ

«Үргә ос!» мәғариф проектына ярашлы, Башҡортостанда «Сәләмәт йылмайыу» модулен ғәмәлгә индереү буйынса эш башланды.

«Был проект сиктәрендә уҡыусылар һаны 800-ҙән күберәк булған республика мәктәптәрендә стоматология бүлмәләре барлыҡҡа киләсәк», – тип хәбәр итәләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. – Ә балалар һаны әҙ булған мәктәптәрҙәге уҡыусылар теш табибына поликлиникаға йөрөйәсәк».
Әлеге көндә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында «Сәләмәт йылмайыу» модуле уңышлы эшләп килә. Балаларҙы ҡарау һәм дауалау иң яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазланыдырылған бүлмәлә үткәрелә.
Дөйөм алғанда республика буйынса тағы ла 64 мәктәптә стоматология бүлмәһе асыу планлаштырыла. Шуларҙың өсәүһе – Өфөлә. 56 белем усағында был маҡсатҡа тәғәйенләнгән бүлмәләрҙә ремонт эштәре тамамланған, 47 мәктәп тейешле медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Ҡалған 23 белем биреү учреждениеһында йыл аҙағына тиклем стоматология бүлмәләрен йыһазландырыу планлаштырыла.
Фото:Яндекс
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/M-kt-pt-r--stomatologiya-b-lm-l-re-eshl-y-s-k-36966/
Читайте нас: