Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Декабрь 2019, 16:35

Башҡортостандың яман шештәр диспансеры эндовидеоскопик комплекс менән байытылды

Юғары технологиялы эндовидеоскопик комплекс “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынды. Ул урологик операциялар эшләү өсөн тәғәйенләнгән.

Комплекста операцияға кәрәкле барлыҡ ҡорамал да бар: монитор, эндовидеокамера, электрохирургия генераторы, инсуффлятор һәм башҡа операцияға булышлыҡ иткән махсус аппараттар менән йыһазландырылған.
Эндохирургик системаны ғәмәлдә ҡулланыу бик отошло, ул операцияларҙың сифатын һәм күләмен арттыра, ти белгестәр.
Фото: ГТРК Башҡортостан
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostandi-yaman-shesht-r-dispanseri-endovideoskopik-kompleks-men-n-bayitildi-36685/
Читайте нас в