*Ит үткәргес аша алты һарымһаҡ бүлкәтен һәм дүрт лимонды ҡабығы менән бергә үткәреп, ҙур булмаған кәстрүлгә һалырға һәм өҫтөнә 2 л һыу ҡойоп, талғын утта 30 минут бешерергә. Әҙер булғас, банкаларға ҡойоп, ике – өс тәүлек һалҡын урында тоторға, һуңынан һыуытҡыста һаҡларға. Төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – ике ай.
*Быяла һауытта 100-әр грамм ромашка, шиңмәҫгөл, меңъяпраҡ, ҡайын бөрөһөн ҡушып бутағыҙ. Ике ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып, 15 минут быуҙа тоторға. Уттан алғас, бер һыуынғандан һуң, өс – биш ҡат марля аша һөҙөп алырға һәм бер ҡалаҡ бал өҫтәп, өс тигеҙ өлөшкә бүлергә. Шуларҙы көн дауамында эсеп бөтөргә.
*Бер стакан тулы туҡранбаш сәскәһенә биш стакан эҫа һыу ҡойоп, талғын утта 15 минут бешерергә. Аҙағынан тағы бер стакан ҡайнаған һыу өҫтәп, ҡапҡасын ябып, йылы урында ике – өс сәғәт тоторға. Әҙер булғас, һөҙөргә һәм өс ҡалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәргә. Был төнәтмәне ике – өс аҙан буйы көнөнә өс тапҡыр берәр стакан эсергә.
Фото: Бәйләнештә сайтынан.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/an-tamir-arin-ta-artiu-35819/