Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Декабрь 2019, 11:15

Ыңғай һөҙөмтәләр бихисап

Ағымдағы йылдың аҙағында республика халҡын бихисап ыңғай яңылыҡтар көтә, шул иҫәптән медицина тармағында ла.

Йыл аҙағына тиклем Дүртөйлө һәм Туймазы ҡалаларында яңы балалар поликлиникалары, Благовар районының Языков ауылында үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусы асыласаҡ, Бәләбәй һәм Ишембай ҡалаларындағы бала табыу йорттарында, Салауат һәм Октябрьскийҙағы балалар поликлиникаларында, Республика балалар клиник дауаханаһында капиталь ремонт тамамланасаҡ. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мәржәғәтнамәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Ғөмүмән, медицина тармағындағы проблемалар халыҡ өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡалғанлығы мәғлүм. Радий Фәрит улы, власҡа килгән тәүге көндәренән алып был мәсьәләне хәл итеүгә ныҡлы тотондо һәм шуға ла һиҙелерлек ыңғай һөҙөмтәләрҙе күрәбеҙ.
Яҡынса бер йылда һаулыҡ һаҡлау тармағына 660-лаған медицина белгестәре йәлеп ителде, беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙә лә уңыштар бар. Сиратты көтөү ваҡыты кәмене, табипҡа яҙылыу мәсьәләһе лә еңелләште.
Төрлө сирҙәрҙән вафат булыусылар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренән яҡты донъя менән хушлашыусылар һаны иң юғары икәнлеге мәғлүм. Ошо проблеманы тамырынан үҙгәртеү өсөн әлеге ваҡытта республикала ике ҙур төҙөлөш тормошҡа ашырыла: Республика кардиология үҙәгенә һәм Республика онкология диспансерына ҙур төкәтмәләр төҙөлә. Күп ҡатлы, ҙур майҙанлы яңы медицина корпустары халыҡ сәләмәтлеген яҡшыртыу йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр асасаҡ.
Республика перинаталь үҙәге биләмәһендә медицина авиатранспорты өсөн махсус майҙансыҡтың сафҡа инеүе лә кисекмәҫтән медицина ярҙамы талап ителгәндәрҙең ғүмерен ҡотҡарыуға күберәк өмөт һәм мөмкинлек өҫтәй.
Радий Хәбиров белдереүенсә, йыл башыныан ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән һәм онкологиянан вафат булыусыларҙың һаны кәмегән. Әйткәндәй, беренсе стадиялағы яман шеште асыҡлаған табиптарға республикала матди ярҙам күрһәтелә.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/I-ay---mt-l-r-bihisap-33902/
Читайте нас в