Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Декабрь 2019, 12:05

Районға - күсмә мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡайтарылды

Яңы күсмә мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына йома көндө ҡайтарылды. Уның асҡысын Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡулынан үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров алды.

Райондың 69 ауылынан 27ндә генә фельдшер-акушерлыҡ пункты булыуын иҫәпкә алһаҡ, ауыл халҡына беренсел медик-санитар ярҙамды ваҡытында алыу мөмкинлеген биреүсе күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты булыуының мөһимлеге күҙгә күренеп тора. ПАЗ-32053 автобусы базаһында "Медицина кабинеты" күсмә дауалау-диагностикалау комплексы районға "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" республика проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ҡайтарылды. Ул кәрәкле йыһаздар: кардиомаркерҙарның портатив экспресс-анализаторы, электрокардиограф, геникология йыһазы, дефибриллятор-монитор һәм башға медицина йыһаздары, шул иҫәптән анализдар алыу яйланмалары менән тәьмин ителгән.
Илшат Иншар улы әйтеүенсә, әлегә транспорт сараһын теркәү, иҫәпкә ҡуйыу, страховкалау эштәре бара. Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пунктын йөрөтөү тәжрибәле водитель Валерий Ҡунаҡҡоловҡа ышанып тапшырылған. Ул гарфикка ярашлы участка терапевы, акушерка, лаборант һәм шәфҡәт туташы менән берлектә ауылдарға сығасаҡ. Күсмә медицина комплексы эшләй башлау менән ауылдарҙа медицина ярҙамын күрһәтеү яҡшырыр тип уйлайбыҙ. Был Яңы йыл алдынан ауылдар халҡына республика етәкселегенән бик һәйбәт бүләк.
Читайте нас: