Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Декабрь 2019, 11:35

"Һис ҡасан да булмағанса йәшәге килә!..”

26 йәшлек Эльвираның һуңғы айҙарҙа дауаханаларҙан сыҡҡаны юҡ. Ике бала әсәһе ҡурҡыныс сиргә – лейкозға ҡаршы көрәшә.

Ауырыу көтмәгәндә, икенсе сабыйын табырға әҙерләнгәндә кинәт ҡан ҡоҫоу менән башлана. Ашығыс рәүештә операция ярҙамында сабыйҙы ҡотҡаралар. Әсәне Мәскәүгә дауалау өсөн оҙаталар. Химия терапияһын бик ҡиммәтле дарыуҙар менән яраштырырға кәрәк була. Ауыр хәлдән сығырға лейкемия менән көрәш фонды ярҙам итә. Уның сайтында аҡса йыйыу ойошторола, һәм бер-ике ай эсендә тейешле сумма туплана.
Дауалау курсы тамамланғас, ноябрь аҙағында Эльвира Башҡортостанға ҡайтты. Яҡындарының әйтеүенсә, ул үҙен яҡшы тоя. Әсә социаль селтәрҙә йәшәүгә өмөт тыуҙырған кешеләргә, дауаға аҡса туплағандарға сикһеҙ рәхмәтен белдергән.
"Урам буйлап йөрөү генә лә оло кинәнес! Стериллектән һәм ҡамауҙан сығыу – үҙе хәүеф, һауа һулау ҙа, сөскөргән кеше янынан үтеү ҙә, ашау ҙа, хатта йәшәү ҙә ҡурҡыта. Тик бығаса булмағанса шул тиклем йәшәге килә!" – тип тойғолары менән бүлешкән әсә.
9 декабрҙә Эльвираға йәнә терапияның икенсе курсын үтеү өсөн Мәскәүгә юлланаһы бар. Барыбыҙ ҙа уға ныҡышмалылыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ!https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/is-asan-da-bulma-ansa-y-sh-ge-kil-30934/
Читайте нас: