Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Декабрь 2019, 14:25

Һаҡ булығыҙ, грипп яҡынлаша!

Грипп менән сирләүселәр әлегә юҡ. Табиптар сир декабрҙең өсөнсө декадаһында, ғинуар башларында башланырға мөмкин, тип фаразлай.

Сөнки тап ошо ваҡытта Яңы йыл каникулы, шыршы байрамдары уҙасаҡ. Шуңа ла, иҫкәртеү сараларын алдан күрергә кәңәш итәләр.
Грипп ваҡытында тән температураһы юғары күтәрелә, мускулдар һыҙлай, баш ауырта. Кеше йүткерергә, тымау яфаларға мөмкин. Грипп өҙлөгөүгә килтереүе менән ҡурҡыныс. Уның үпкә ялҡынһыныуы, менингит һәм башҡа сирҙәргә килтерүе бар. Сир таралған ваҡытта кеше күп урында һирәк булырға, ҡулды һабын менән йышыраҡ йыуырға, бүлмәне елләтеп торорға кәңәш ителә. Ауырыуҙың билдәләре күҙәтелгәндә, тиҙ арала вирусҡа ҡаршы дарыу эсеүҙең дә файҙаһы тейә. Сирҙе үҙ белдегең менән дауаларға ярамай, мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/a-buli-i--gripp-ya-inlasha-32209/
фото: google.ru
Читайте нас: