Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Декабрь 2019, 11:35

Һыу ҡан баҫымын күтәрәме?

Белгестәр фекеренсә, һыуҙы самалап эсергә кәрәк, уның ҡан баҫымы күтәрелеүгә сәбәпсе булыуы мөмкин.

Гипертониктарға бик һыуһағанда бер стакан һыу эсеү яҡшыраҡ. Тәүлегенә бер литрҙан артмаҫҡа тейеш.

Һыуҙы ҡулланыу нормаһын билдәләгәндә кешенең йәш үҙенсәлектәре, сирҙәре иҫәпкә алына.

Әгәр ауырыу миокард инфарктын кисергән икән, уға, табиптың кәңәшен тотоп, билдәләнгәндән артыҡ һыу эсергә ярамай, хәленең кире насарланыуы бик ихтимал.

Гипертония булғанда һыу эсеү режимы ҡан үҙенсәлегенә ныҡ тәьҫир итә. Иғтибарлы һәм сәләмәт булайыҡ! https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/iu-an-ba-imin-k-t-r-me-29028/
Читайте нас: