Стэрлебаш шишмэлере
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Декабрь 2019, 14:50
Тырнаҡтар нимә хаҡында һөйләй?
Сәләмәт кешенең тырнаҡтары тигеҙ алһыу ғына төҫтә була. Тырнаҡ үҙе лә шыма, үтә күренмәле һәм һығылмалы булырға тейеш. Ундағы үҙгәрештәр организмдағы етди ауырыуҙар тураһында иҫкәртеүе ихтимал.
- Аҡһыл арҡыры һыҙыҡтар – хроник полиартрит һәм эсәк ауырыуҙары билдәһе. Әгәр ҙә ул һыҙыҡтар һорғолт төҫтә икән, тимәк, бөйөр бигүк сәләмәт түгел.
- Сәғәт быялаһы кеүек ҡабарып торған тырнаҡтар үпкә сире тураһында хәбәр итә.
- Тырнаҡтар күгәрһә, тиҙерәк кардиологҡа күренегеҙ. Йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын тикшертергә кәрәк.
- Үтә ҡыҙыл тырнаҡтар гипертония тураһында һөйләй.
- Һары таптар һәм тырнаҡтарҙың һары төҫө матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, бауыр ауырыуҙары хаҡында иҫкәртә.
- Тырнаҡтағы аҡ таптар ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертергә кәрәклеген белдерә. Шәкәр кимәле нормала булһа, тимәк, организмға А, С, Е витаминдары һәм кальций, тимер, цинк етмәй.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/tyrna-tar-nim-kha-ynda-yl-y/
Читайте нас: