Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Декабрь 2019, 11:10

Йод ярҙам итер

Организмда йод етерлек кимәлдәме, түгелме икәнен асыҡлау өсөн ботҡа эске яҡтан йодтан селтәр эшләргә кәрәк.

Һау-сәләмәт кешелә ул бер тәүлектән һуң юҡҡа сыға. Әгәр ҙә алты – ете сәғәттән һуң йодтың эҙе ҡалмай икән, организмға ул етеңкерәмәй. Әммә борсолорға урын юҡ, уны дөрөҫ туҡланыу ярҙамында көйләргә мөмкин. Ә инде йодлы сетка өс сәғәттән һуң юҡҡа сыҡһа, табипҡа күренеп, анализдар тапшырырға кәрәк булыр.

Тымаулағанда танауға йодтан селтәр эшләргә мөмкин.

Һалҡын тейгәндә аяҡ табандарына һәм балтырҙарға эшләнгән йод селтәре ярҙам итер. Әммә уны эшләр алдынан тән температураһын үлсәргә онотмағыҙ. Ул 38 градустан артмаҫҡа тейеш.

Ангина менән ауырығанда «һүрәт» – тамаҡҡа, үпкә елһенгәндә – күкрәк ситлегенә төшөрөлә.

Иғтибар!

Тәнгә йодтан селтәр эшләр алдынан тест үткәреп алыу мөһим. Йәғни бер генә һыҙыҡ һыҙып, 10 – 15 минут көтөргә. Әгәр ҙә ниндәйҙер реакция булһа (ҡысытһа, әсетһә һ.б.), йод һөртөргә ярамай. Ә инде организм яҡшы ҡабул итһә, көнөнә ике тапҡыр иртәле-кисле ҡурҡмай эшләргә мөмкин.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yod-yar-am-iter-26858/

Фото: Яндекс.

Читайте нас в