Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Декабрь 2019, 11:15

Быуынға ултырған тоҙҙо нисек сығарырға?

Быуындарға ултырған тоҙҙан комплекслы дауалау ярҙамында ғына ҡотолоп була.

Яраҡлы ғына диета һайлап, дөрөҫ туҡланыу ҙур роль уйнай. Улар ауыртыуҙы баҫып, быуындарҙың хәркәтсәнлеген арттыра. Быуындарға бәйле проблема булғанда лавр япрағынан дауа әҙерләргә мөмкин. Был үҫемлек организмдан артыҡ тоҙҙо сығарыу үҙенсәлегенә эйә.

Төнәтмә әҙерләү өсөн 200 г лавр япрағына 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт ҡайнатырға. Әҙер төнәтмәне көн һайын ашарҙан ярты сәғәт алда бер стакан һыуға бер ҡалаҡ ҡушып эсергә.

Быуындарҙағы тоҙҙарҙы дауалау ванналары ярҙамында ла сығарырға була. Бының өсөн бигерәк тә топинамбур һәйбәт. Бер – ике килограмм үҫемлек япрағына һәм һабағына һыу ҡойоп, ярты сәғәт ҡайнатырға һәм ванналағы һыуға өҫтәргә һәм инеп ятырға ғына ҡала. Бындай процедураны ике – өс аҙна ҡабатлау етә. Артабан һөтлөгән һәм кесерткән үләндәре менән алмаштырырға.

Был ауырыуҙан шулай уҡ ауыртҡан урынға ҡуйылған компрестар ҙа ярҙам итә. Шифалы массаны балдан һәм ҡырғыстан үткәрелгән сей картуфтан эшләргә кәрәк. Бының өсөн уларҙы бер үк күләмдә алып, бутайһың. Компресты бер – ике сәғәт тирәһе тотҡандан һуң сисеп, урынына аҡ шыршы (пихта) майы һөртөп ҡуйырға. Шулай уҡ бешкән картуфҡа он һәм ҡайнар һыу ҡушып әҙерләнгән йәймәне ауыртҡан урынға һылаштырып ябып ҡуйырға мөмкин. Бөтә ингредиент та бер үк күләмдә алына. Йәймәне ябыр алдынан ауыртҡан урынды скипидар менән ыуып, шунан ғына йәймәне ябырға һәм ныҡ итеп ҡыҙҙыра башлағансы тоторға.

Фото:pixabay.com

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Biuin-a-ultir-an-to-o-nisek-si-arir-a-26836/

Читайте нас: