Радий Фәрит улы вәғәҙәһендә торҙо. Уның бойороғона ярашлы, ноябрҙә район поликлиникаһында табип-онколог Наил Әхмәтов һәм табип-химиотерапевт Нгуен Ан Хоа (һүрәттә) пациенттарҙы ҡабул итте. Уларға 140 кеше мөрәжәғәт итте.
Табиптарҙың эше тамамланғандан һуң, онкология хеҙмәтенең туғыҙ айлыҡ эш йомғаҡтары буйынса медицина советы үтте, унда онкологияға бәйле үлем проблемалары, шулай уҡ сирҙе иртә диагностикалау мәсьәләләре тикшерелде. Беренсел звено белгестәре менән онкологияны профилактикалау буйынса әңгәмә үткәрелде.
И.И.Яппаров, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
- Онкологик сирҙәр менән яфаланыусы кешеләр һаны йылдан-йыл арта. Шул уҡ ваҡытта яман шеш сирҙәрен асыҡлау һәм уларҙы ваҡытында иҫәпкә ҡуйыуҙар ҙа күбәйә.
Стәрлебаш районында онкология менән күпләп сирләү, тәү сиратта, халыҡтың дөйөм ҡартайыуына бәйле. Мәҫәлән, яман шеш менән сирләүсе 60 йәштән өлкәнерәктәрҙең йәш структураһында 406 кешенең 287һе табип-онкологта иҫәптә тора, был 70% тәшкил итә. Өҫтәүенә, тотош район халҡының йәш составын анализлаһаҡ, уның өстән бер өлөшөн тап ошо йәштәге категория кешеләре тәшкил итә - был 4893 кеше. Шуны ла билдәләп үтмәү мөмкин түгел, район халҡы кәмегәндән-кәмей һәм, был ғәҙәти кеүек күренһә лә, бәләкәй һандар закондарына ярашлы, онкология менән сирләүсе хатта бер кеше лә сирҙең үҫешендә һиҙелерлек һөҙөмтә бирә.
Өҫтәүенә, яман шеш менән сирләү күрһәткестәренең үҫеше насар күрһәткес булып тормай. Шул уҡ ваҡытта, беҙ иғтибар итергә тейешле һәм киләсәктә яман шештән үлем осраҡтарын кәметеүгә булышлыҡ иткән төп күрһәткестәр булып бер йылда үлеү осраҡтарын кәметеү, ғүмерҙе биш йылға оҙайтыу, онкологик сирҙәрҙе асыҡлау, иртә диагностикалау (йәғни, 1-2 стадияларҙа) һәм сир аҙҙырыуҙы кәметеү буйынса әүҙем эш алып барыу тора.
Әгәр һандарға күҙ һалғанда, бер йылда үлем менән тамамланған осраҡтар 16,45% тәшкил итә, был, республика күрһәткестәре (25,9%) менән сағыштырғанда 9,45 процентҡа түбәнерәк. Ғүмерҙе биш йылға оҙайтыу күрһәткестәре районда арта - 47,6% (уҙған йылда 47,1%), был республика күрһәткесенән 11,2% түбәнерәк. Онкологик сирҙәрҙе әүҙем асыҡлау буйынса шулай уҡ эш алып барыла. Был аналыҡ муйынтығында яман шеш буйынса эшләп килгән скрининг программалары, диспансерлаштырыу, профилактик медицина тикшереүҙәре, флюорография, анкета тултырыуҙар һ.б.
Ағымдағы йылда һәйбәт һөҙөмтәләргә ирештек - медицина һәм профтикшереүҙәрҙә, диспансерлаштырыуҙа асыҡланған 71 осраҡта 27 кешелә сир асыҡланды, был 38% тәшкил итә. Республика күрһәткестәре (22,9%) менән сағыштырғанда был 15,1% юғарыраҡ. Был онкологик сирҙәрҙең аҙыуын 15,54% тиклем кәметергә мөмкинлек бирҙе (БР менән сағыштырғанда күрһәткес 7,2% түбәнерәк).
71 кешенең 31ендә сир иртә стадияла асыҡланған, был 43,6% тәшкил итә. Иртә стадияла асыҡлау күрһәткесе республикаға ҡарағанда 10 процентҡа кәмерәк ҡала (БР буйынса 54,0%). Был халыҡтың профтикшереүҙәргә һәм скрининг тикшереү ысулдарына түбән йәлеп ителеүе тураһында һөйләй. Сөнки сирле табипҡа йыш ҡына ауырыуҙың аҙған стадияһы ғына мөрәжәғәт итә.
Стәрлебаш районында онкологик сирҙәр менән күпләп ауырыу һәм үлеүгә ҡаршы көрәштә яман шеш менән сирләүселәргә квалификациялы ярҙам күрһәтеү буйынса саралар күреү, уларға медицина ярҙамы күрһәткәндә хәстәрлекле мөнәсәбәт һаҡлап ҡалыу зарур. Тәү сиратта, кешеләрҙең үҙҙәренә профилактика сифатында сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, күберәк саф һауала булырға, таҙартылған һыу эсергә, дөрөҫ туҡланырға, зарарлы факторҙарҙың йоғонтоһон сикләргә кәрәк.
Шулай уҡ халыҡты беҙ үткәргән барлыҡ скрининг сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Әгәр фельдшерҙар анализ тапшырырға кәңәш итһә, баш тартмағыҙ, диспансерлаштырыу һәм профилактик сараларын ваҡытында үтеү мөһим.
Рәйсә МУСИНА әҙерләне.
Фото үҙәк район дауаханаһының «Бәйләнештә» селтәренән алынды.