“Республикала 274 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, был – Рәсәй төбәктәре араһында иң юғары күрһәткес, тип әйтергә мөмкин. 117 медпунктта ошо урынға беркетелгән медицина хеҙмәткәре юҡ, 88 пункт икенсе бер ойошмалағы медицина хеҙмәткәренең ярҙамсы эш урыны булып тора. Бынан тыш, күпселек ФАП-тарҙы кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Әгәр ҙә көндәлек йыһаздар ҙа етешмәй икән, дауаның яҡшы һөҙөмтә биреүенә өлгәшеү бик ҡыйын”, – тине ведомство етәксеһе.