Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ноябрь 2019, 23:50

РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова район-ҡалаларға медицина автомобилдәре тапшырҙы

29 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова республиканың медицина учреждениелары етәкселәренә туғыҙ күсмә ФАП һәм дүрт "ашығыс ярҙам" автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.

Был техника "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса һатып алынған.

Күсмә фельдшер-акушер пункттары ПАЗ-32053 автобусы нигеҙендә ҡоролған. Улар ярҙамында үҙҙәрендә "пункыт" (ғәҙәттә оло йәштәгеләр фельдшер-акушер пунктын, медпунктты шулай тип йөрөтә) булмаған ауылдарҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтергә, ауырыуҙарҙы иртә стадияларҙа дауаларға, дауалау-иҫкәртеүҙе үткәрергә мөмкин. Салонда электр кардиографы, кардиомаркерҙарҙың экспресс-анализаторы, дефибриллятор-монитор, гинекологик кресло, анализдар алыу яйланмаһы һәм башҡа медицина ҡорамалдары бар. Автобустың алғы яғында йылыла пациенттар көтөп ултыра ала.

ФАП-тар Бөрө, Красноусол, Кушнарен, Мәсәғүт, Үрге Йәркәй, Туймазы, Благовещен, Раевка үҙәк район дауаханаларына, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына бирелде.

"Скорый помощь" машиналары иһә Ишембай, Бәләбәй район үҙәк дауаханаларына, Октябрьскиҙың 1-се һәм Салауат ҡала дауаханаһына китәсәк.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/RF-auli--a-lau-ministri-Olga-Skvortsova-rayon-alalar-a-meditsina-avtomobild-re-tapshir-i-22618/
Читайте нас: