Уларҙың барыһы ла "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" тѳбәк программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында алынған. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
"Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса ҡабул ителгән милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙың тәүге йылында уҡ медицинала ыңғай үҙгәрештәрҙе тойҙоҡ, - тине республика етәксеһе. - Быйыл берҙәм тырышлыҡ һәм милли проекттар ярҙамында 2500-ҙән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылды, был бер ҙур ауылға тиң. Республикабыҙға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары - ҙур бүләк".
Вероника Скворцова үҙ сығышында республикала "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын бойомға ашырыу барышында бик күп яҡшы эш башҡарылғанын билдәләне. Улар - Үҙәк ашығыс ярҙам хеҙмәтенең яңыса эш форматы, Республика клиник онкология диспансерын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, ауыл медицинаһын үҫтереү һәм башҡалар.
Әлеге күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты автомобилдәрен Бѳрѳ, Ғафури, Кушнаренко, Илеш, Туймазы, Благовещен, Әлшәй, Мәсәғүт үҙәк район һәм Ѳфѳнѳң 21-се дауаханаһы алды. “Ашығыс ярҙам” машиналары Октябрьский, Салауат ҡалаларына, Ишембай, Бәләбәй райондарына юлланды.
"башҡортостан" гәзитенән.