Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Ноябрь 2019, 15:20

Иҫнәү файҙалы

Ғәҙәттә, йоҡо туймауҙан йә бик тә күңелһеҙ дәрестә йәки тамашала ололар һәм балалар иҫнәй башлай.

Иҫнәү йоҡларға бирмәй, киреһенсә, организмды уятып ебәрә! Иҫнәүҙең тағы бер сәбәбе – тынысһыҙлыҡ. Мәҫәлән, кеше ниндәйҙер мөһим осрашыуҙы йә әңгәмәләшеүҙе көткәндә, иҫнәп бөтә стресты бөтөрә һәм организмдың мөмкинлектәрен эшкә егә. Иҫнәү тынысландырып, йоҡонан уятып ҡына ебәрмәй, ә дауалай ҙа. Мәҫәлән, табиптар күрәшлектән иҫнәргә ҡуша. Был күҙҙәрҙәге көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итә. Әммә үтә йыш иҫнәү ниндәйҙер сир тураһында иҫкәртеү булыуы ла ихтимал. Уның сәбәбе көн дауамында йоҡо баҫып, хәлһеҙлек менән йонсотоусы мигрень, баш мейеһендә ҡан әйләнешенең боҙолоуы йә вегетатив-ҡан тамырҙары дистонияһы булыуы мөмкин.
Туҡтауһыҙ иҫнәйһегеҙ икән, табипҡа күренеп, медицина тикшереүе үтергә кәрәк.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/i-n-fay-aly/
Читайте нас: