Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Ноябрь 2019, 13:05

Файҙаһы тейһен!

Ҡан тамырҙарын нисек таҙартырға? Белгестәрҙең кәңәшенә таянып, ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булайыҡ!

Бының өсөн 100-әр грамм ромашка, һары мәтрүшкә, үлмәҫ гөл (бессмертник), ҡайын еләге япрағы һәм ҡайын бөрөһөн бергә ҡушабыҙ. Ике аш ҡалағы ҡатнашма өҫтөнә 400 мл ҡайнар һыу һалабыҙ ҙа, термоска тултырып, төнгөлөккә ҡалдырабыҙ.
Ашар алдынан көнөнә ике тапҡыр 200-әр мл эсергә тәҡдим ителә.
Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Сәләмәт булайыҡ! https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Fay-a-i-tey-en-18569/
Читайте нас: