Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Ноябрь 2019, 16:35

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһының һөҙөмтәләре асыҡланды

Быйыл Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау минситрлығы «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһын үткәрҙе.

Күсмә Сәләмәтлек үҙәктәрендә, ФАП-тарҙа, флюрографтарҙа һәм маммографтарҙа , республика клиник дауаханаһының диагностика үҙәктәрендә, кардиоүҙәктә, стоматология модулендә республиканың 105 меңдән ашыу кешеһе медицина тикшереүе үтеп, тәүге медицина ярҙамы һәм белгестәрҙән кәңәш алыуға иреште.

Акция барышында 10 меңдән ашыу социаль ауырыу асыҡланған. Улар араһында 868 шәкәр диабеты, 101 – туберкулез, 606 – яман шеш ауырыуҙарына шик белдереү осрағы асыҡланған, шуларҙың 51-е раҫланған. 8148 пациентта юғары ҡан баҫымы теркәлгән.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/S-l-m-t-respublika-s-l-m-t-t-b-k-aktsiya-ini---mt-l-re-asi-landi-20283/

Читайте нас: