Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ноябрь 2019, 11:00

Уларҙың зыяны тураһында уйланаһығыҙмы?

Фастфуд, йәғни тиҙ генә әҙерләнә торған аҙыҡтар төрлө йәштәгеләр араһында киң билдәлелек яулай бара. Был аҙыҡты күберәк студенттар хуп күрә, сөнки тиҙ әҙерләнә, тәмле, осһоҙ.

Ә уның зыяны тураһында күпме кеше уйлана икән? Был аҙыҡтар бигерәк тә нығынып етмәгән бала организмына емергес тәьҫир яһай. Макдональдс, КФС, Бургер-кинг кеүек урындарҙа ғәҙәти генә булкалар һәм сосискалар әллә ниндәй серле химик өҫтәмәләр арҡаһында бигерәк тәмлегә, хуш еҫлегә әйләнә. Фаст-фудты әҙерләгәндә май ҙа ҡулланыла. Белеүегеҙсә, уны йылытҡанда күп миҡдарҙа канцероген матдә бүленеп сыға. Шуның менән дә зарарлы ул.

Бәләкәй пакеттарҙағы тиҙ бешә торған аш, иҙелгән картуфтағы йәшелсә, тәмләткес үләндәр һәм ит киҫәктәрен киптереү юлы менән һаҡлайҙар. Был осраҡта һыу менән бергә витаминдары ла юҡҡа сыға. Уларҙы тәм һәм төҫ биреүсе матдәләр алмаштыра. Бының өсөн натрий глутаматы ҡулланыла. Ул тышлыҡта Е 621-ҙән 625-кә тиклемге һандар менән билдәләнә. Был химик элементтар мейегә тәьҫир итеп, ваҡытлыса кәйефте күтәрә, шул аҙыҡҡа ылығыу барлыҡҡа килтерә. Глутаматһыҙ аҙыҡ сөсө һәм тәмһеҙ тойола башлай. Тағы ла шуныһы бар: фастфудты күп әҙерләү маҡсатында сеймал еткереү ҡатмарлаша, шуға сифаты түбән (оҙаҡ ятҡан тауыҡ ите, боҙола башлаған йәшелсә) аҙыҡ-түлек ҡулланалар.

Еңел әҙерләнә торған аҙыҡ-түлекте йыш ашағанда нимә була? Ул һимереүгә, үт ҡыуығында таш барлыҡҡа килеүгә, бөйөр, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе ауырта башлауға, холестерин артыуына, ҡанда шәкәр күбәйеүгә, ҡан баҫымы күтәрелеүгә, атеросклероз менән сирләүгә, кариес барлыҡҡа килеүгә сәбәп булып тора.

https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ular-i-ziyani-tura-inda-uylana-i-i-mi-17590/

Читайте нас: