Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ноябрь 2019, 10:55

Бауыр һәм бөйөр өсөн файҙалы сироп

Сиропты әҙерләү өсөн ике стакан меңъяпраҡ һәм еҙтөймә сәскәһен (япрағы менән һабағы түгел!) алырға кәрәк.

Уларҙы кәстрүлгә һалып, өҫтөнә 2 литр һалҡын һыу ҡойорға һәм бер тәүлек өй температураһында тоторға. Һуңынан утҡа ҡуйырға һәм, ҡайнау хәленә етеп, кәстрүл төбөндә тәүге ҡыуыҡтар барлыҡҡа килә башлау менән уттан алырға. Тағы 4 – 5 сәғәт төнәтергә. Һуңынан тағы утҡа ҡуйып, ҡайнатмай ғына алып, өс ҡат марля аша һөҙөргә. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаның күләмен литрлыҡ банка менән үлсәгеҙ һәм һәр литрға 3 стакан шәкәр һалып, 6 – 8 минут талғын утта ҡайнатығыҙ. Ҡайнатҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән күперекте алып торорға онотмағыҙ. Уттан алғас, бер аҙ һыуытырға һәм өймәләм итеп ике ҡалаҡ бал өҫтәргә. Бал иреп бөтһөн өсөн ныҡ ҡына итеп болғатырға онотмағыҙ. Килеп сыҡҡан сиропты таҙа банкаға ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға.

Көнөнә ике тапҡыр – иртәнсәк ас ҡарынға, кискеһен йоҡларҙан ярты сәғәт алда 25 г эсергә. Дауаланыу курсы – 21 көн. Шунан 7 көн ял итеп, тағы 21 көн эсергә. Һөҙөмтә яҡшы булһын өсөн өс тапҡыр шулай ҡабатларға кәрәк. 21 көнгә бер литр сироп етә. Артабан профилактика өсөн йылына ике тапҡыр яҙлы-көҙлө берәр литр эсергә мөмкин. Сироп бауыр менән бөйөр өсөн генә түгел, ашҡаҙан менән эсәктәргә лә бик файҙалы. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға бындай сиропты ҡулланырға ярамай.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/bauyr-m-b-y-r-s-n-fay-aly-sirop/
Читайте нас: