Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Ноябрь 2019, 22:35

Нервы ауырыуы ҡайҙан барлыҡҡа килә?

Төндә йоҡларға ятһам, аяҡ-ҡулдарым сәнскән, ҡысытҡан һымаҡ булып аптырата. Уларҙы ҡайҙа ҡуйырға, нимә эшләтергә белеп булмай. Әллә ни ауыртмай ҙа, әммә нервыға тейә. Бынан нисек ҡотолорға икән?Земфира. Мишкә районы.

Вегетатив-ҡан тамырҙары нейро­патияһы тип аңларға кәрәк быны. Ул нервылар зыян күргәндә барлыҡҡа килә. Ҡағиҙә булараҡ, нервыны туҡ­ландырыусы һәм һаҡлап тороусы тышҡы ҡатламы зыян күрә. Шул урында ҡысытҡан, әсеткән, сәнскән, ауыртҡан һымаҡ тойола. Күберәге улар үксәлә килеп сыға, сөнки иң оҙон нервы шунда бара. Ауырыуҙың үҫешенә шәкәр диабеты ваҡытында оҙаҡ ваҡыт ҡанда шәкәр күләменең юғары булыуы, төрлө йәрәхәт, ҡан тамырҙары атеросклерозынан аяҡтарҙа ҡандың насар йөрөүе, алкоголде күп ҡулланыу, зарарлы производствола эшләү ҙә булышлыҡ итеүе ихтимал. Шуға күрә иң беренсе сиратта ауырыуҙың сәбәбен бөтөрөргә кәрәк: ҡандағы шәкәр күләмен нормаға килтерергә, алкоголдән баш тартырға һ.б. Был ауырыуҙан В төркөмө витаминдары файҙалы. Шулай уҡ табиптың төрлө укол һәм дарыу тәғәйенләүе мөмкин. Дөрөҫ итеп дауаланыу өсөн невропатологҡа, эндокринологҡа мө­рәжәғәт итергә кәрәк.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/nervy-auyryuy-ay-an-barly-a-kil-/
Читайте нас: