Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Ноябрь 2019, 22:35

Ҡытай хирургтары муйын тамырындағы шешкә операция яһарға өйрәтә

Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында сит ил табиптары менән берлектәге операция үтте. Әмәлиәт барышын уҡыу йорто студенттары тура трансляция аша күҙәтте. Бынан тыш, оҫталыҡ дәресен интернет селтәре аша ла алырға мөмкин. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова операцияны үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Операция өҫтәле артында рус, ҡытай, инглиз һүҙҙәре яңғырай, тәржемәсеһеҙ төшөнөрлөк түгел. Әммә хирургтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай. Бында иң мөһиме юғары һөнәри оҫталыҡ, хәрәкәттәрҙең теүәллеге талап ителә, сөнки йоҡо артерияһы тамырланған урындағы шешкә операция яһау бик ҡатмарлы.
Тәжрибә уртаҡлашырға тап ҡытай табиптарының килеүе осраҡлы түгел, муйын тамыр шеше уларҙа йыш осрай. Был тәү сиратта халыҡтың күплеге менән бәйле. Мәҫәлән, клиника урынлашҡан ҡалала ғына 30 миллион тирәһе халыҡ йәшәй, йәғни беҙҙең Башҡортостандан яҡынса 8 тапҡырға күберәк.
Вэй Йонгганг, хирург, Сычуань университетының Көнбайыш Ҡытай дауаханаһы профессоры: “Башҡортостанда был сир һирәк осрай, йәғни хурургтарға йылына 1-2 операция ғына яһарға тура килә.Ә беҙ был диагноз менән даими рәүештә осрашабыҙ, йәғни эш тәжрибәһе күберәк. Шуға уртаҡлашырлыҡ технологиялар байтаҡ”.
Табиптарға тамырҙың шешле өлөшөн ҡырҡып ташларға, ә был зона оҙон булғанда ҡырып таҙартырға, хатта башҡа урындан тамыр алып ялғарға ла тура килә. Йәғни операция ювелирҙарса нескәлек тә талап итә.
Әлеге ваҡытта муйындың ҡан тамырындағы шешкә операция бара, хирургтар телендә был диагноз хемадектома тип атала. Операция өҫтәлендә илле йәштәр тирәһендәге ир, табиптар әйтеүенсә был сир кеше ғүмере өсөн хәүефле, шеш ҡан тамырын быуып инсультҡа килтереүе мөмкин.
Уҡыу йорто етәкселеге әйтеүенсә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бик әһәмиәтле, был дәүләттең эш тәжрибәһе ҙурыраҡ булғанда айырыуса. Сөнки медицинала көндәлек камиллашҡанда, яңы эш алымдарын үҙләштергәндә генә алға китеп була.
Валентин Павлов , Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры: “Беҙҙең университет сит илдәр менән даими хеҙмәттәшлек итә. Был үҙ һөҙөмтәләрен бирә, студенттарыбыҙ билдәле клиникаларҙа практика үтә, һөнәри оҫталығын арттыра. Халыҡ-ара технологияларҙы үҙләштереү үҫеш өсөн бик мөһим, берлектәге операциялар айырыуса әһәмиәтле тип әйтер инем”.
Ҡытай табиптарының эш сәфәре сиктәрендә башҡа төрлө операциялар ҙа ҡаралған. Студенттарға йәки йәш белгестәргә был операцияларҙы тура траннсляциялар аша күҙәтергә, интернет селтәрендә ҡарарға мөмкин.
https://bash.news/news/110482_ytaj_xirurgtary_mujyn_tamyrynday_sheshk_operaciya_yaara_jrt?lang=bash
Читайте нас: