Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Ноябрь 2019, 21:00

Һуған ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ

Һуғанды таҙартҡандан һуң ҡайһы бер хужабикәләр шунда уҡ уның ҡабығын ташларға ашыға. Юҡҡа ғына! Ул кеше организмына бик яҡшы йоғонто яһаусы ҡиммәтле матдәгә – кверцетинға бай.

Халыҡ медицинаһында һуған ҡабығын йөрәк, бөйөр, вируслы ауырыуҙарҙы, хатта онкология сирҙәрен дауалауҙа ҡулланалар. Унан әҙерләнгән төнәт­мәләр организмды ағыулы матдәләрҙән, йылдар буйы йыйылған токсиндарҙан таҙарта, ҡан баҫымын төшөрөүгә бу­лышлыҡ итә, еңелсә бәүел ҡыуыу үҙен­сәлегенә эйә, йөрәккә, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай, абсцестарҙы, сиҡанды, дерматитты, ҡауаҡты, тырнаҡтарҙағы бәшмәкте дауалай.
Дауаланыу өсөн һуғандың таҙа, ялтырап торған ҡабығын файҙаланалар.
Киҙеүҙе иҫкәртеү өсөн
Биш ҡалаҡ яңы өҙөлгән ҡарағай ылыҫына ике ҡалаҡ һуған ҡабығы һәм бер балғалаҡ татлы тамыр үләне (солодка) тамырын ҡушып бутап, өҫтөнә 2 л һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут бешерергә. Һуңынан ике ҡалаҡ иҙелгән гөлйемеш емеше ҡушып, термосҡа ҡойоп, иртәнгә тиклем тоторға. Был төнәтмәне көнөнә 0,5 – 2 л эсергә мөмкин.

Ҡатҡан иҫке сөйәлдәрҙән
200 грамлыҡ банканы киптерелгән һуған ҡабығы менән тултырырға һәм тулғансы 9 процентлы һеркә ҡойорға. Ҡапҡасын ныҡ итеп ябып, ике аҙна ҡараңғы урында төнәтергә. Шунан һеркәһен түгеп, ҡабығын бер аҙ киптерергә. Төнгөлөккә сөйәл тирәләй тирегә вазелин йә балалар кремы һөртөп, сөйәлгә 2 – 3 мм ҡалынлығында һуған ҡабығын ябырға һәм бинт менән нығытып, йөн ойоҡ кейергә. Иртәнсәк сөйәлде содалы эҫе һыу менән бешереп, ипләп кенә пемза менән ҡырып алырға.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/u-an-aby-yn-tashlar-a-ashy-ma-y/
Читайте нас: