Стэрлебаш шишмэлере
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Ноябрь 2019, 00:00
Стәрлебаш районы ФАПтары Интернетҡа тоташтырыла
Рәсәй Федерацияһының элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының “Башинформсвязь” йәмғиәте менән төҙөлгән килешеүе буйынса, 2019 йылда республикала 389 фельдшер-акушерлыҡ пункты Интернет селтәренә тоташтырыла. 2021 йыл аҙағына тиклем республиканың 1 242 фельдшер-акушерлыҡ пунктына юғары тиҙлекле Интернет үткәрелә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә фельдшерҙар табиптарға яҙылыу, электрон медицина документтарын алып барыу, йүнәлтмәләр яҙыу мөмкинлеге менән автоматлаштырылған эш урындары менән тәьмин ителәсәк.
Аҙна башында Стәрлебаш үҙәк дауаханаһына әлеге программа сиктәрендә 17 яңы компьютер ҡайтарылды. Тиҙҙән Стәрлебаш табиптарының да сирлеләр менән аралашыу ваҡыты күберәк буласаҡ.
Читайте нас: