Болотино ауылында йәшәгән уҙаман ВАЗ-2107 автомобиленең асҡысын, баҡһаң, салон эсендә, аяҡ түшәге аҫтына ҡалдырып йөрөгән икән. Әлбиттә, был хәл менән ҡулланыусы табылған: ошо уҡ ауылда йәшәүсе 24 йәшлек ир хужаһы күрмәгәндә асҡысты алған да, автомобилде тоҡандырып сығып та һыҙған. Уның “мөһим” эше булған: күрше ауылдағы 16 йәшлек әшнәһенең хәлен белергә барған.
Автомобилде ауылдан йыраҡ түгел ташландыҡ фермала тапҡандар. Енәйәткә ике дуҫтың да ҡағылышы булыуы асыҡланған. Баҡһаң, 24 йәшлек ир 16 йәшлек әшнәһенә килеп еткәс, уныһы автомобилде үҙенә ҡалдырырға уйлаған һәм фермаға йәшергән.