Артроз ваҡытында быуындарҙағы кимерсәктең тарҡалыуы һөҙөмтәһендә ялҡынһыныу процесы башлана. Был процесты кәметеү өсөн, рационға омега-3 кислотаһы булған ризыҡтарҙы индерергә кәрәк. Ул скумбрия балығында күп.
Файҙалы ризыҡтың тағы берерһе – киви. Был емеш гиалурон синтезына ярҙам иткән антиоксиданттарға бай.
Быуындар ауыртыуҙан интегеүсе кешеләргә шулай уҡ һоло бутҡаһына ла иғтибар итергә кәрәк. Уның составында марганец бар, иондар иһә һөйәк һәм кимерсәк туҡымалары ферменттарын яйға һала.
Шулай уҡ етен майы, сардина, сельдь, куркума һәм һөт ҡулланыу ҙа быуындар ауыртҡанда ярҙам итә.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Biuindari-auirt-a-12706/