Был ауырыуҙы дауалау өсөн халыҡ медицинаһы меңъяпраҡ үләнен ҡулланырға тәҡдим итә. Ике литр ҡайнар һыуға 2 ҡалаҡ япрағын (тотош үләнде түгел) һалып, бешерергә һәм сәй урынына эсергә. Йылына 3 – 4 тапҡыр икешәр-өсәр аҙналап ҡулланырға.
Ике бүлкәт һарымһаҡты таҙартып, ҡабығы менән бергә 200 мл һөттә йомшарғансы ярты сәғәт ҡайнатырға. Әҙер булғас, бер аҙ һыуытып, көн һайын һәр ашағандан һуң берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – 10 көн. Ике аҙна ял иткәндән һуң ҡабатларға мөмкин.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/gemorroy-y-nisek-daualar-a/