Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Ноябрь 2019, 17:20

Һуңлап ашалған киске аш етди хәүеф менән янай

Киске сәғәт 6-нан һуң киске аш аш эшкәртеү органдарына ғына түгел, йөрәккә лә ауырлыҡ килтерә, тип белдерә Нью-Йорктың Колумбия университеты ғалимдары.

Улар 112 ҡатын-ҡыҙ араһында эксперимент үткәргән. Ғалимдар, уларҙың нисек туҡланыуына ҡарап, йөрәк эшмәкәрлеген тикшергән. Ҡатын-ҡыҙҙар көндәлек алып барған һәм нимә ашауҙарын теркәгән. Бер йылдан һуң яҙып барған отчеттарын тикшереүселәргә биргән.

Кискеһен ашаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡанындағы шәкәр күләменең артыҡ булыуы асыҡланған, шулай уҡ уларҙың йөрәк, артыҡ ауырлыҡ менән бәйле проблемалары асыҡланған. Ҡан баҫымы ла юғары булған.

Диетолог Эвелина Грейвер был үҙгәрештәрҙең сәбәбен организмдың кис алған калорияларҙы үҙләштерә алмауы менән бәйләй. Сөнки энергия сарыф ителмәй, ул организмға ҙур зыян килтерә торған запас булып ята.

Диетологтар кисен аш-һыуға баҫым яһамаҫҡа, күберәк саф һауала йөрөргә һәм спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/u-lap-ashal-an-kiske-ash-etdi-kh-ef-men-n-yanay/
Читайте нас: