Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Ноябрь 2019, 17:15

Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтергә кәрәк

Башҡортостанда киҙеү менән сирләүселәр һаны 16376 кешегә еткән. Был күрһәткес эпидемия сигенән түбәнерәк, әммә уның күтәрелеүе көтөлә. Айырыуса декабрь башында һәм 2020 йылдың ғинуар – март айҙарында.

Белгестәр вакцинация үтергә кәрәклегенә баҫым яһай. Быйыл эпидемия миҙгелендә Башҡортостандың 45 процентына прививка эшләү күҙаллана, шул иҫәптән 418 балаға һәм ике мең ауырлы ҡатынға.
8 ноябргә ҡарата республика халыҡының 30 процентына прививка яһалған, шул иҫәптән республиканың милли календары сиктәрендә 127 кешегә. 75 меңдән ашыу кеше үҙ иҫәбенә эшләткән.
Белгестәр ауырыуҙың тәүге билдәләре беленә башлау менән медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә ҡуша, сөнки киҙеү төрлө өҙөклөктәргә килтереүе менән хәүефле. Шулар араһында иң ҡурҡынысы – пневмония. Былтыр тап шуның арҡаһында ауырлы ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Табиптарға һуңлап мөрәжәғәт итеү сәбәпле, уны ҡотҡара алмағандар.
Прививкаларҙан тыш, күберәк хәрәкәт итергә һәм үҙеңде сыныҡтырырға кәрәк. Әүҙем тормош алып барған кешеләр ауырыуҙы еңелерәк үткәрә.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ki-e-g-arshy-privivka-eshl-terg-k-r-k/
Читайте нас: