Юғары ҡан баҫымын төшөрөү өсөн
✔ Биш ҡалаҡ ҡарағай ылыҫына ике ҡалаҡ гөлйемеш емеше һәм ике ҡалаҡ һуған ҡабығы ҡушып, бер литр һалҡын һыу ҡойорға һәм ҡайнатып сығарып, талғын утта 10 минут тоторға. Тонғас, һөҙөп, бер аҙ һыу ҡушырға мөмкин. Ошо төнәтмәне ике көндә эсеп бөтөргә. Дауаланыу курсы – дүрт ай. Биш көндән һуң баш ауыртыуы баҫылыр, ә бер айҙан табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙан баш тартырға була. Өҫтәүенә, был төнәтмә эсәктәрҙе һәм бауырҙы таҙартырға ярҙам итә.
✔ 100 г һарымһаҡты ит үткәргес аша үткәреп, һоро төҫтәге шешәгә һалырға һәм өҫтөнә 100 г араҡы ҡойоп, ҡараңғы урында 10 көн төнәтергә. Һөҙөп, дарыухананан алынған прополис төнәтмәһен һәм бал ҡушып бутарға. Бәлзәмде һыуытҡыста һаҡларға. Ас ҡарынға көнөнә ике-өс тапҡыр 50 г һөткә йә кефирға ҡушып, берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай.
✔ Биш өлөш энәлек (боярышник) сәскәһе һәм емешенә 4 өлөш бәпембә тамыры, ҡандала үләне сәскәһе (донник), өс өлөш арыҫлан ҡойроғо (пустырник) ҡушып бутарға. Бер ҡалаҡ ошо үләндәр ҡатнашмаһына 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, ике-өс көндә эсеп бөтөргә. Ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға эсергә ҡушыла. Дауаланыу курсы – бер ай. Бер аҙна ял итеп алғас, дауаланыу курсын тағы ҡабатларға мөмкин.
Был дауалау ысулдары ҡан тамырҙарын таҙартырға, ҡан баҫымын, холестерин кимәлен төшөрөргә, стенокардияны дауаларға, инфаркт һәм инсультты иҫкәртергә булышлыҡ итә.
Быуындар һыҙлауынан
Фикус гөлөнөң ике япрағын ваҡ итеп турап, ярты литр нишатыр спиртына һалырға һәм ҡапҡасын ныҡ итеп ябырға. Бер аҙна ҡараңғы урында тотҡандан һуң һыҙлаған быуындарға һөртөргә мөмкин.
Йүтәлдән
Бер стакан ҡайнар һөткә бер балғалаҡ аҡ май, бер балғалаҡ какао, бер йомортҡа һарыһы, бер балғалаҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ ҡулланыу ҙа етә. Өҫтәүенә, ул мейе өсөн дә бик яҡшы.