Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Ноябрь 2019, 21:55

Гөлйемеш

Гөлйемеш – Рәсәйҙә киң таралған ҡыуаҡлы үҫемлек. Уның шифалы үҙенсәлектәре лә күптән билдәле. Үҫемлектең сәскәһен дә, ботаҡтарын да, хатта һабағын да дауалау сараһы булараҡ ҡулланырға мөмкин. Әммә шулай ҙа был маҡсатта күберәк емешен файҙаланалар.

Гөлйемеш емеше калий, магний, тимер, марганец, кальций кеүек файҙалы матдәләргә, пектиндарға һәм эфир майҙарына бай. Бынан тыш, составында организмдың иммун системаһын нығытыусы Е витамины, һөйәктәрҙең ныҡлығын, ҡандың ойошоусанлығын тәьмин итеүсе К витамины бар. Айырыуса С витамины күп. Беҙ ҡара ҡарағатты С витамины сығанағы тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ, ә гөлйемештә ул тағы ла күберәк.

Емеше төрлө ауырыуға – ангина, киҙеү, ОРВИ һәм ялҡынһыныу процестарына ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Уны организмдың ҡаршы то­роусан­лығын күтәреү өсөн дә ҡулланалар. Стенокардия, аритмия, гипертония һәм гипотония кеүек йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын дауалауҙа төнәт­мәһен файҙа­ланалар. Емешендәге аскорбин кислотаһы ҡанда холестерин йыйылыуын тотҡарлай. Был иһә үҙ сиратында тромбтарҙан һаҡлай.

✔ Бөйөр сирҙәрен, ревматизмды дауалау, шулай уҡ анемиянан, киҙеү­ҙән һәм зәңге ауырыуынан түбәндәге төнәтмә ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн бер стакан ҡайнар һыуға ике балғалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған емешен һалырға һәм 10 – 15 минут тоторға. Һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң эсергә. Төнәтмәне эсер алдынан ғына әҙерләргә.

✔ Иммунитетты нығытыу өсөн ике ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған емеште бер стакан һыуҙа бешерергә һәм һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

✔ Һалҡын тейеүгә, киҙеүгә һәм ОРВИ-ға ҡаршы. Бер үк күләмдә үгәй инә үләне, гөлйемеш емеше, ромашка сәскәһе, йүкә сәскәһе, ҡурай еләге алырға һәм ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут талғын утта ҡайнатырға. Бер аҙ һыуынғас, һөҙөп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә.

✔ Авитаминоздан һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау өсөн.
Биш ҡалаҡ ағас ылыҫын, өс ҡалаҡ гөлйемеш емеше ҡушып, иҙергә һәм бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле һауытта төнәтергә. 5 сәғәт үткәс, һөҙөп, ярты стакан (әҙерәк булһа ла ярай) төнәтмәгә бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып эсергә.

Панкреатиттан. Киптерелгән 100 г гөлйемеш емешенә бер литр һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатырға һәм һыуынғансы ҡапҡасын ябып тоторға. Әҙер булғас, көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Холециститтан. Ярты литр һыуға бер ус гөлйемеш емеше һәм бер балғалаҡ шәкәр һалып, талғын утта 3 – 5 минут ҡайнатырға. Бер аҙ һыуынғас, йәнә 7 – 10 минут ҡайнатып алырға мөмкин. Шул саҡта файҙаһы күберәк була. Әҙер төнәтмәне сәй йә һыу урынына эсергә.
Әйткәндәй, гөлйемеш төнәтмәһен эскән һайын тештәрегеҙҙе та­ҙартырға онотмағыҙ. Ул тештең эмален ҡаҡшата.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/g-lyemesh/
Читайте нас: