Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Ноябрь 2019, 21:00

Баш менән бәрелгәндә

Юлдар тайғаҡ, ҡолап йәрәхәтләнеү хәүефе көсәйә. Аяҡ-ҡулдарҙы ауырттырыу, башты йәрәхәтләү ҡурҡынысы бар. Баштың бәрелеүе шуныһы менән хәүефле: туранан-тура баш мейеһенә йоғонто яһауы ихтимал. Ваҡытында һәм дөрөҫ күрһәтелгән ярҙам насар эҙемтәләрҙән һаҡлаясаҡ.

Әгәр ҙә кеше башы менән бәрелгәндә, ҡан булмаһа, ауыртҡан урынға боҙ йә боҙло һыуға манып алынған туҡыма менән баҫырға кәрәк. Был шешеп сығыуҙан һаҡлаясаҡ. Әлеге процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға мөмкин, тик бер аҙ тәнәфес яһап алыу зарур. Сөнки боҙҙо 15 минуттан артыҡ тоторға ярамай.
Әгәр ҙә яра ҡанһырап торһа, уны тәүҙә таҙа һыу менән йыуырға. Һуңынан өҫтөнә марля ябып, ҡанын туҡтатырға. Әгәр ҙә салфетка аша ҡан һарҡып сығып, һаман туҡтамай икән, уның өҫтөнә тағы берәүҙе ябып, ҡул менән баҫып торорға.
Ә инде баш мейеһе һелкенеүе билдәләре булһа йәки ҡанды 10 минут буйы туҡтатып булмаһа, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк. Һәм табиптар килгәнсе, бер ниндәй ҙә дарыу бирмәҫкә.

Әгәр ҙә ауыр йәрәхәткә йә умыртҡа бағанаһының зыян күреүенә шик булһа, кешене урынынан ҡуҙғатыу тыйыла. Өсәүләп кәүҙәһен, муйынын, башын төҙ килеш тотоп ҡына бер яҡ ҡабырғаһына әйләндереп һалырға мөмкин. Табиптар килгәнсе, зыян күреүсенең аңын юғалтмауын күҙәтеп торорға. Айырыуса йәрәхәтләнгән баланың хәлен иғтибарҙан ысҡындырырға ярамай. Йоҡлап китһә, уятып торорға.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/bash-men-n-b-relg-nd/
Читайте нас: