Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Ноябрь 2019, 15:28

Үт ҡыуығы өсөн үләндәр

Халыҡ медицинаһында үт ҡыуығын үләндәр менән дауалау буйынса байтаҡ тәжрибә тупланған. Әммә медиктар, уларҙы бик һаҡ ҡулланырға кәрәк, тип иҫкәртә. Сөнки үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә булған үләндәр ҡыуыҡтағы таштарҙы ҡуҙғатып, үт юлдарының тығылыуына килтереүе ихтимал.

Үт ҡыуығына бәйле бөтә проблеманы дауалауҙа үләндәрҙең файҙаһы ҙур. Улар ысынлап үт бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, шыма мускулатураны йомшарта, аллергия тыуҙырмай, ялҡынһыныуҙы бөтөрә, ашҡаҙан һәм ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген көйләй, организмдан токсиндарҙы һәм үт таштарын сығарырға булышлыҡ итә.
Холециститтан

Бик киң таралған ауырыуҙарҙың береһе – хроник холециститты, икенсе төрлө әйткәндә, үт ҡыуығының хроник ялҡынһыныуын үләндәр менән дауалау ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.

Дарыу үләндәренең үт юлдары дискинезияһын, йәғни үт ҡыуыу юлдарының хәрәкәт итеү функцияһы боҙолоуын дауалауҙа ла, һис шикһеҙ, файҙаһы бар.

Шулай итеп, был ауырыуҙарҙы дауалауҙа түбәндәге үләндәр туп­ланмаһын ҡулланырға тәҡдим ителә:

Шиңмәҫгөл сәскәһе – 7 өлөш

Тырнаҡ гөлө (календула) – 5 өлөш

Талүлән (дрок красильный) – 4 өлөш

Быуын сәскә үләне сәскәһе – 3 өлөш

Аир үләне тамыры – 2 өлөш

Кукуруз емешлеге ауыҙы – 2 өлөш

Етен орлоғо – 2 өлөш

Ромашка сәскәһе – 2 өлөш

Бөтнөк үләне япрағы – 1 өлөш

Әрем үләне – 1 өлөш

Ошо компоненттарҙың барыһын бергә бутап, 2 – 3 ҡалаҡ ҡатнашманы ярты литрлыҡ термосҡа һалып, бер ҡалаҡ гөлйемеш емеше ҡушырға һәм ҡайнар һыу ҡойорға. Бер сәғәттән һуң төнәтмәне һөҙөп, эсергә мөмкин. Уны көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарҙан 20 – 30 минут алда йылы килеш эсергә.

Тағы ла түбәндәге үләндәр тупланмаһынан төнәтмә әҙерләргә мөмкин.

Шиңмәҫгөл сәскәһе – 5 өлөш

Һары мәтрүшкә сәскәһе – 5 өлөш

Кейәү үләне – 5 өлөш

Сөйәл үләне – 4 өлөш

Ҡайын еләге япрағы – 3 өлөш

Етен орлоғо – 3 өлөш

Бөтнөк үләне япрағы – 3 өлөш

Аҡ ҡайын бөрөһө – 2 өлөш

Артыш емеше – 2 өлөш

Укроп орлоғо – 1 өлөш

Төнәтмә тәүгеһендәге кеүек үк әҙерләнә.

Был үләндәр төнәтмәһе менән бер үк ваҡытта дарыуҙар ҙа эсергә ярай.

- Аллохол. Уның составында һа­рымһаҡ экстракты, кесерткән, хай­уандарҙың ҡоро үте, актив­лаш­тырылған күмер бар. Ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр бер-ике төймә.

- Шиңмәҫгөлдөң ҡоро экстракты. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 1 г онтағына һыу ҡушып эсергә.

- Холосас – гөлйемеш емеше сиробы. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр балғалаҡ эсергә. Йоҡоһоҙлоҡтан, тынысһыҙлыҡтан ин­теккәндә уға тамсылап ҡына энәлек, арыҫлан ҡойроғо (пустырник), бесәй үләне (валериан) төнәтмәһе ҡушырға мөмкин.

- Кукуруз емешлеге ауыҙы экстракты. Ул шыйыҡ хәлдә дарыуханала һатыла. Көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 30 – 40 тамсы.


Үт ҡыуығында таш булғанда

Хроник ялҡынһыныу процесы һө­ҙөмтәһендә үт ҡыуығында һәм үт юлдарында йыш ҡына таш барлыҡҡа килә. Был сир, шулай уҡ бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙары ашҡаҙан аҫты биҙенең ялҡынһыныуына – пан­креатитҡа килтерә.

Фитотерапия ярҙамында хроник панкреатитты һәм үт ҡыуығындағы ташты ла дауалайҙар. Бының өсөн түбәндәге үләндәр тупланмаһын ҡулланырға ярай.

Шиңмәҫгөл сәскәһе – 7 өлөш

Кесерткән тамыры – 5 өлөш

Аҡтамыр тамыры (пырей ползучий)

– 5 өлөш

Быуын сәскә тамыры – 4 өлөш

Ҡара көртмәле япрағы – 4 өлөш

Барбарис тамыры – 3 өлөш

Еҙ төймә (пижма) сәскәһе – 3 өлөш

Эт муйылы (крушина ольховидная) ҡайырыһы – 2 өлөш

Етен орлоғо – 2 өлөш

Көтөүсе муҡсаһы үләне – 2 өлөш

Бөтнөк үләне япрағы – 1 өлөш

Төнәтмәне әҙерләү һәм ҡулланыу тәртибе шул уҡ.


Тағы ла түбәндәге үләндәр ҡатнашмаһын да был ауырыуҙарҙы дауалауҙа файҙаланалар.

Шиңмәҫгөл сәскәһе – 5 өлөш

Бәпкә үләне – 5 өлөш

Һары мәтрүшкә үләне – 4 өлөш

Кукуруз емешлеге ауыҙы – 4 өлөш

Етен орлоғо – 4 өлөш

Бәпембә япрағы – 4 өлөш

Ҡайын еләге япрағы – 3 өлөш

Сөйәл үләне – 3 өлөш

Бөйөр сәйе япрағы – 2 өлөш

Ҡомалаҡ емеше – 2 өлөш

Фенхель емеше – 2 өлөш

Йылан тамыр үләне тамыры – 1 өлөш


Ауырыу киҫкенләшкән осорҙа 4 – 5-се үләндәр ҡатнашмаһын 1 л ҡайнар һыуға 3 – 4 ҡалаҡ һалып, эсергә. Был – бер тәүлеккә етерлек доза. Әлбиттә, уны эсерҙән алда табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

Хроник панкреатитты һәм үт ҡыуығындағы таш ауырыуҙарын дауалау оҙайлы. Бының өсөн 2 – 3 йыл ваҡыт талап ителеүе бар.

4-се, 5-се үләндәр ҡатнашмаһын сиратлап эсергә кәңәш ителә. Шулай ике ай эскәндән һуң 10 – 14 көн ял итеп алырға онотмағыҙ.

Үләндәр менән дауаланғанда өйәнәктәр кәмей. Ауырыуҙың хәле әкренләп яҡшыра, ялҡынһыныу процесы кәмей, үт юлдары асылып ҡала.
Читайте нас: