- Йомортҡаны сей килеш банкаға һалып, өҫтөнә 70 процентлы һеркә ҡойорға һәм ҡапҡасын ябып, ҡабығы таралып бөткәнсе һыуытҡыста тоторға. Шунан ағас ҡалаҡ менән йомортҡаны алып, эмалле кәстрүлгә һалырға һәм 40 г аҡ май ҡушып, бутарға. Төнгөлөккә ошо майҙы үксәгә һөртөп, йылы ойоҡбаш кейергә. Бер нисә тапҡыр ҡулланғандан һуң, үксә тибенгеһе бөтөргә тейеш. Был майҙы ике-өс йыл буйы һыуытҡыста һаҡларға мөмкин.
- 1 кг ваҡланған керән тамырына 2 литр ҡайнар һыу ҡойоп, болғата-болғата бер тәүлек төнәтергә. Һуңынан төнәтмәне һөҙөп, талғын утта йылытырға һәм 1 кг бал ҡушып болғатырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 1/4 стакан эсергә.